Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан сираттағы кампанияла 3000-дән ашыу егет әрме сафына алынған. Егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Алыҫ Көнсығышҡа юлланасаҡ егеттәр үҙҙәрен ышаныслы тота. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урыбаҫары Ирек Сәғитов биргән һорауҙарға ла төплө итеп яуап бирә. Ватанды һаҡлауға улар үҙҙәрен мәктәп йылдарынан уҡ әҙерләгән. Спорт менән шөғөлләнгән, ГТО нормативтарын тапшырған. Ун ике егет Омск ҡалаһына хәрби десант-ғәскәрҙәренә юллана.
Пандемия шарттарында хеҙмәткә алыныусыларға һаҡланыу саралары: антесептик, бирсәткә һәм битлектәр бушлай таратылған. Хеҙмәткә саҡырыусылар баштан-аяҡ кейендерелгән, ҡоро паек менән тәьмин ителгән. Егеттәргә үҙҙәре лайыҡлы хәрби юл үткән шәхестәр уңыштар теләне.
Махсус автобустарҙа егеттәр тимер юл вокзалына тиклем барасаҡ. Улар тыуған ерҙәре, ата-әсәһе һәм яҡындары менән теүәл бер йылға айырылып торасаҡ.
Алыҫ Көнсығышға юлланасаҡ хәрби состав вагондары махсус рәүештә алдан дезинфекция эштәре башҡарылған. Поездға ла егеттәр термометрия үткәреп кенә индерелде.
Хәрби состав ҡуҙғалырға һанаулы ғына минуттар ҡалып бара. Егеттәр яҡындарына телефон аша хәбәрҙәр ебәрә, иҫән-һау, намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайтырбыҙ тип вәғәҙәләй.
Ҡыҙҙар һөйгәндәрен көтөргә вәғәҙә бирә. Егеттәрҙе әрмегә оҙатыу яҡындары өсөн бер ни тиклем һағышлы ла, моңһоу ҙа. Әммә әсәйҙәр ғәзиз балаларына аҡ теләктәр аша рух ныҡлғы юллай.
Хәрби оркестр оҙатыуында 300 ашыу егет алыҫ көнсығышҡа ил һаҡларға юлланды. Егеттәрҙең рухы күтәреңке, бөтөһе лә яҡшы физик әҙерлекле. Улар Ватан алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәргә һүҙ бирҙе.
Гүзәл Борханова.