Башҡортостанда йәшәүсе ғаиләләр араһында иғлан ителгән «Өлгө ал!» конкурсына йомғаҡ яһалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йәмғиәт өсөн ҡаралған социаль проекттарҙы яҡлап еңеү яулаған өс ғаилә баш ҡалала бүләкләнде. Туймазы ҡалаһынан, Илеш, Бишбүләк райондарынан килгән парҙарҙың проекттары иң яҡшыһы тип табылды. Уларҙың шатлығын БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким уртаҡлашты.

«Атайҙар шишмәһе»н Сираевтар күңел йылыһын һалып төҙөкләндергән. Бында улар балалары, туғандары менән ял итә, рухи көс туплай. Изге шишмә эргәһендәге ял урыны ауылдаштарҙы һәм районда йәшәүселәрҙе битараф ҡалдырмай. «Атайҙар шишмәһе күптәрҙең яратҡан ял урыны.

Ғаиләбеҙҙең, өс быуынға тиклем иң яратҡан урыны был шишмә. Бында бөтәһе лә рәхәтләнеп ял итә. Телефондарҙы һүндереп, тәбиғәттә ял итәбеҙ. Палаткалар ҡуйып. Оло быуын да, йәштәр ҙә ошонда аралаша.

Ғәзиз Сираев, Бишбүләк ауылында йәшәүсе

Традицияларҙы һаҡларға тырышабыҙ. балалар менән өлкәндәр бергә булһын тип тырышабыҙ. Уйындар уйнап, конкурстар үткәрәбеҙ.

Ғәзиз Сираев, Бишбүләк ауылында йәшәүсе

«Атайҙар шишмәһе» проекты менән йәш ғаилә республикала ойошторолған «Өлгө ал!» конкурсына ғариза ебәрә һәм онлайн форматта сығыш яһай. Биш тиҫтәнән ашыу проект араһында улар еңеүселәр исемлегенә эләгә.

Еңеп сыҡҡаныбыҙға бик шатбыҙ. Был конкурс менән генә пландар тамамланмай. Тағы ла яңы проекттар эшләргә теләйбеҙ.

Зөлиә Сираева, Бишбүләк ауылында йәшәүсе

Әүҙем ғаиләләрҙең социаль проектын үҫтереүгә йүнәлтелгән бәйгелә өсөнсө урынды Илеш районында йәшәүсе Павловтар яулац. Улар ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыу, айырылышыу осраҡтарын кәметеү буйынса саралар ойоштора.

Байрамдар ойошторабыҙ, төрлө ғаиләләрҙе саҡырабыҙ – бәхетле йәшәгәндәрҙе һәм бик бәхетле булмағандарҙы. Ҡайһы берәүҙәр беҙ матур, бәхетле пар түгел тип уйлай. Әммә беҙ һәр ғаилә бәхетле була ала тип уларға ярҙам итәбеҙ.

Илһөйәр Павлова, «Өлгө ал!» конкурсында 3-сө урын яулаусы

Беренсе урынға Туймазынан килгән Хәбировтар ғаиләһе лайыҡ була. Улар мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү өсөн уҡыу үҙәген аса. Шулай уҡ ирекмән булараҡ социаль проекттар өҫтөндә эш алып бара.

Башҡортостанда «Өлгө ал» конкурсы 2018 йылдан алып үткәрелә. Тырыш, әүҙем, социаль проекттар өҫтөндә эшләгән ғаиләләр араһында еңеүсене билдәләү өсөн быйыл илленән ашыу ғариза ҡабул ителде. Өфөлә ойошторолған бүләкләү тантанаһында призлы урынға лайыҡ булған өс ғаилә саҡырырла. Тап улар төрлө номинацияла иң яҡшыһы тип табылды.

Флорида Ким.