Улар республика кимәлендә уҙғарылған «Иң яҡшы мәғлүмәти китапхана үҙәге» конкурсында ҡатнашып икенсе урынға лайыҡ булған.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы китапханаһының методик, нәфис әҙәбиәт һәм дәреслектәр фонды бар. Шулай уҡ белем усағының китап иле төрлө энциклопедиялар, һүҙлектәр һәм белешмәләр менән тәьмин ителгән. Аудио һәм видео әсбаптар, предметтар буйынса электрон китаптар һатып алынған. «Үҫеш нөктәһе» үҙәге сиктәрендә Башҡорт гимназияһына компьютер һәм принтерҙар урынлаштырылған.
Китапхана мөдире Илзида Әхнәф ҡыҙы ноябрҙә үткәрелгән конкурста ҡатнашып «Заманса мәктәп китапханаһы» номинацияһы еңеүсеһе тип табылған. Бүләккә күп функциялы принтер тапшырылған. Әлеге ваҡытта Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында 468 уҡыусы белем ала.Бында райондың төрлө ауылдарынан йөрөп уҡыусылар ҙа бар.
Әлфинә Килдейәрова.