Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша үтеү мөмкинлеге булдырылды. Ауырлығы ике тоннанан артмаған машиналарға рөхсәт бар, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Быға тиклем Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы аша боҙ күпере асылды.