Юлаевсылар "Себер"ҙе еңде

"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһының сираттағы турында Новосибирск командаһы менән осрашты. Уйын 3-кә 1 иҫәбенә тамамланды. Юлаевсылар 45 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында 5-се урында килә. Был аҙнала лигала уйындар булмай, Милли команданың Еврохоккейтурҙа ҡатнашыуына бәйле тәнәфес иғлан ителә. "Салауат Юлаев" киләһе осрашыуын 22 декабрҙә уҙғара, Өфөгә Минскиҙан "Динамо" килә.