Турнир Ярославлдә үтте. Ишембайҙан Агата Парахина иң көслө шашка оҫтаһы тип танылды. Башҡортостандан тағы бер спортсы Елена Мильшина көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ир-егеттәр араһында беҙҙең республиканан Марсель Шәрәфетдинов икенсе урын яуланы.