Республикала ноябрь айында 264 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 36 кешенең ғүмере өҙөлгән, 300-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Иң күп авариялар Өфө ҡалаһында һәм районында, Стәрлетамаҡта теркәлгән. Шулай уҡ Туймазы, Благовар, Иглин райондарында, Октябрьский ҡалаһында аварияға осраусылар күп, тип хәбәр итәләр Республика автоинспекцияһынан.