Материалдарҙы Милли музей тәҡдим иткән. Күргәҙмәлә 112-се Башҡорт кавалерияһына бәйле документтар, китаптар, фотоматериалдар йыйылған. 16 декабргә тиклем “Торатау” конгресс-холында Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған һәйкәл проекты менән танышырға һәм уның өсөн тауыш бирергә була.