Йәмәғәт биләмәләре ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙы иҫәпкә алып булдырылған. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошоларҙы белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКоронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында, шыршы байрамында әйлән-бәйлән уйнау тыйылды. Был бина эсендә үткәрелгән сараларға ла, урамда уҙғарылғандарына ла ҡағыла. Яңы йыл каникулдарында республикала 21 мең самаһы мәҙәни сара ойоштороу планлаштырыла. Уларҙың 9 меңе – онлайн, 12 меңе – офлайн үтә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, байрамдарҙа мәҙәниәт учреждениеларының барыһы ла асыҡ була. Яңы йыл тамашалары теҙмәһе менән “Башҡортостан мәҙәниәте” порталында танышырға мөмкин.