Бөгөн күренекле композитор, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған тантаналы концерт була

Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ютьюб каналында үтә. Сарала опера артистары, бейеү коллективтары һәм оркестр ҡатнаша. Тамаша 21 сәғәттә башлана.