Был турала бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт теле йылын йомғаҡлағанда билдәләнде.
Сарала йыл йомғаҡтары буйынса еңеүселәр бүләкләнде.
Наградалар Башҡорт теле йылын үткәреү сиктәрендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәренә, ил төбәктәрендәге башҡорт йәмәғәт ойошмаларына, башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыусыға бирелде.
Республиканың мәғариф министрлығы иң әүҙем эшләгән мәктәптәрҙе билдәләне. Шулай уҡ «Тамға» конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Байрам концерты тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелде.
Рәмилә Исмәғилева.