Башҡорт телен үҫтереү буйынса стратегик йүнәлештәрҙең береһе – полилингваль мәктәптәр асыу

Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Республика Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов белдерҙе. “Инновацион уҡыу йорттарында башҡорт һәм сит ил телдәрен өйрәнеү – юғары ҡиммәттәргә эйә булырға һәм үҙенсәлекле тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә”, - тине вице-премьер.

Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбендә  уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыла. “Уҡыусылар телдәрҙе теләп өйрәнә”, - ти директор урынбаҫары Айгөл Сәғитова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Белем усағында уҡыусылар өсөн бай өҫтәмә белем биреү программаһы ҡаралған. “Киләсәктә балалар белемдәрен гуманитар йүнәлештә дауам итеүҙәренә ышанабыҙ”, - ти ата-әсәләр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс мәктәп эшләй, 2024 йылға уларҙың һанын 14-кә еткереү ҡарала.