Башҡортостанда бөтә ветерандар дарыуҙары менән тәьмин ителгән

Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәте Президиумы ултырышы үткәрҙе. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына медицина ярҙамы күрһәтеү һәм дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостанда быйыл 2 мең 259 ветеранға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Оло йәштәгеләр Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә дауалана. Дарыу һәр ветеранға йортона  килтерелә.