Ике меңгә яҡын доза тиҙ арала дауалау учреждениелары буйлап таратыласаҡ. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Прививка тәү сиратта табиптарға, уҡытыусыларға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә яһалаласаҡ. Тәүге ике партия менән килгән вакциналарҙың бөгөн 97 проценты һалынған. Бөгөн төбәктә ковидты асыҡлау өсөн 25 лаборатория эшләй, уларҙың алтыһы шәхси. Тәүлегенә 11 мең самаһы тикшереү үткәрелә. Республика дауаханаларында коронавирустан дауалау өсөн 6 400 урын бар, уларҙың 74 проценты тулған. Барлыҡ дауаханалар ҙа шәхси һаҡланыу саралары, дарыуҙар һәм диагностика ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Амбулатор дауа алған пациенттарҙы дарыу менән тәьмин итеү ҙә туҡтамай.
Башҡортостандың Финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, быйыл 11 айҙа төбәктең консолидацияланған бюджеты 227 миллиард һумға тулылынған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 14,6 процентҡа аҙыраҡ.
Килемдең кәмеүенә ҡарамаҫтан элек тупланған резервтар иҫәбенә бюджет дефицитын финанслауға, шулай уҡ республика үҫешенә аҡса табыуға өлгәшелгән. Килемде алып еткермәү пандемияға ғына япһарырға ярамай. Төп сәбәп – нефть сығарыу һәм эшкәртеү параметрҙарының «ОПЕК плюс» килешеүе буйынса сикләүҙәргә бәйле, тине Башҡортостан башлығы.
Илдар Байбулатов.