Нуриман районының Первомайск ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән мәғариф комплексы файҙаланыуға тапшырыла.
Ул «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 100 миллион һумға яҡын аҡсаға төҙөлгән. Төпкөлдә урынлашҡан ауылда уҡыусылар быға тиклем ағастан эшләнгән иҫке мәктәптә белем алған. Ауыл халҡының һөйөнөсө менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева уртаҡлаша.
Үҙҙәре ҡурсаҡтай ҡыҙҙар ҡурсаҡтарының кейемен үтекләй. 2020 йылдың мартынан бирле баҡсаға йөрөмәгән балалар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам. Сағыу төҫтәргә буялған бүлмәләр йылы,яҡты. Иҙәндәр ҙә йылытылған. Ә уйынсыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Яңы төҙөлгән бинаның беренсе ҡатында 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы.
Мәғариф объектына нигеҙ 2019 йылдың көҙөндә һалынған. Бер йыл эсендә ул тулыһынса төҙөп бөтөлгән. 60 урынға иҫәпләнгән белем усағы Павловка мәктәбе филиалы.
Быға тиклем балалар Совет заманында ағастан һалынған мәктәптә белем алған. Авария хәлендәге мәктәп һүтелгән, яңыһын һалғансы дәрестәр ауыл советы бинаһында алып барылған.
Әле буяу еҫтәре лә бөтмәгән кабинеттар заманса йыһазландырылған. Интерактив таҡталарҙан тыш та инновацион технологиялар ҡулланып уҡытыу мөмкин буласаҡ.
Мәктәптең ике мобиль синыфы бар. Уларҙа ноутбуктар һаҡлана. Ноутбуктарҙы информатика дәресендә генә түгел, рус теле һәм әҙәбиәте, биология һәм башҡа предметтарҙы өйрәнгәндә ҡулланырға мөмкин. Интернетҡа тоташыр өсөн ҡоролма ла бар.
Ҙур спорт һәм тамаша залдары, ашхана, медпункт, мәктәп заманса талаптарға яуап бирә. Ул Нуриман районындағы иң яҡшы мәктәп буласаҡ, ти белгестәр.
Мәктәп утын менән йылытыла. Газ Первомайскиға килеп етмәгән. Район үҙәгенән 60 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан төпкөл ауылға элек юл да булмаған. Урман хужалығы өсөн һалынған узкокалейка паровозы ғына йөрөгән. Үҙәктән йыраҡ булыуы төҙөүселәргә лә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған.
Тауҙар араһында,урман эсендәге матур ауылға заманса мәктәп – яңы һулыш. Ниһайәт, төпкөлдә йәшәүселәр ҙә ҙур ҡалаларҙағынан кәм булмаған шарттарҙа уҡыясаҡ.
Рәмилә Исмәғилева.