Әбйәлил районында 11 кеше янып үлгән ҡарттар йорто тәүлек әйләнәһе эшләргә тейеш булмаған

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, учреждениеның лицензияһы булған, әммә тәрбиәләнеүселәргә йортта йәшәргә ярамаған. Әле был хәл буйынса тикшереү бара. Ишбулды ауылында фажиғә бөгөн төндә булды, ҡарттар йортонда янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлдө.