Алдағы биш йылға иҫәпләнгән программала шундай сумма ҡаралған, тип белдерелде Республика хөкүмәте президиумы ултырышында. Аҡсаның төп өлөшөн федераль ҡаҙна бүлә, 2 миллиард 600 миллион һумы Башҡортостан бюджетынан йүнәлтелә. 500-ҙән ашыу яңы объект төҙөү, ике поликлиниканы реконструкциялау, 70 учреждениены капиталь ремонтлау планлаштырыла. Шулай уҡ яңы ҡорамалдар һәм техника алыу ҡаралған.