Заманса ҡорамал йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған пациенттарға ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Йөрәк өйәнәге, коронар синдром булғанда махсус аппарат ҡулланыла, табиптарға сирле ағзаны кислород менән тиҙерәк байытыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ ҡатмарлы һәм юғары технологиялы операциялар үткәреү мөмкинлектәрен арттыра.