Янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Шаһиттар билдәләүенсә, ут ағас өйҙә һанаулы ғына минуттар эсендә ялмап ала, кешеләр янғындан өс кешене генә сығарып өлгөрә. Әле фажиғә урынында оператив төркөм эшләй, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Радий Хәбиров янғын сыҡҡан ауылда булып, ваҡиға буйынса ныҡлы тикшереү уҙғарырға һәм ошондай уҡ башҡа социаль учреждениеларҙы етди контролгә алырға ҡушты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова әҙерләгән репортажда.
Әбйәлил районының Ишбулды ауылындағы ҡарттар йортонда янғын төнгө өс менән дүрт араһында сыға. Был ваҡытта эстә 15 кеше була. Күршеләре әйтеүенсә, уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән ағас йорт һанаулы ғына минуттар эсендә гөлтләп янып бөтә.
Пансионат урынлашҡан йорт күрше өйҙәргә яҡын ғына урынлашҡан, аралары бер ике метр ғына тирәһе. Шуға күрә ауыл халҡы бында социаль учреждение асыуға ҡаршы була, ҡултамғалар менән төрлө структураларға ла мөрәжәғәт итә.
Ишбулды ауылы район үҙәгенән ҡырҡ километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ярҙамға Хәлил биләмәһенең ирекле дружинаһы килә. Тап улар күрше йорттарҙы ут тоҡаныуҙан һаҡлап ҡала
Әле фажиғә урынында оператив штаб ойошторолған, Тәфтиш комитеты эшләй. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, янғын иҫкәртеү ҡоролмалары булмаһа, йорттағы ун биш кеше лә һәләк булыр ине. Йорттоң ике ҡатлы булыуы ла ҡатмарлыҡ тыуҙыра, өҫтәгеләр төшә алмай. Икенсенән уларҙың күбеһе түшәктә ята, үҙ аяғында йөрөмәй.
Бөгөн иртән ваҡиға урынында Республика башлығы ла булды. Радий Хәбиров янғын сәбәптәрен тикшерергә, мәрхүмдәрҙе ерләүҙе ойошторорға, зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтергә ҡушты. Матди түләүҙәр ҙә ҡараласаҡ
Радий Хәбиров республикалағы башҡа ошондай социаль учреждениеларҙы ла тикшереү бурысын ҡуйҙы. Әгәр теге йәки был кеше пансионат асҡан икән ул башҡаларҙың ғүмере өсөн яуаплылылыҡ тойорға хәстәрлек күрергә шарттар тыуҙырырға бурыслы.
Рәмзиә Кәримова.