Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Ишбулды ауылында 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүселәр. Радий Хәбиров фажиғә урынында булды. Оператив хеҙмәт вәкилдәре һәм хакимиәт етәкселәре менән янғын сәбәптәре буйынса фекер алышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҒәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы 5 кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров пансионат янындағы йортта йәшәүселәргә лә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Был өй янғын ваҡытында зыян күргән. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, пансионаттың өс тәрбиәләнеүсеһе дауаханаға оҙатылған, тағы ике кеше ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылған.Башҡортостан башлығы янғын урынына тәүгеләрҙән булып килеп еткән янғын һүндереү дружинаһына рәхмәт белдерҙе. Әбйәлил районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.