Республикала шыршы баҙарҙары асылды

Өфөлә 79 майҙансыҡта ылыҫлы ағастар менән сауҙа итеү ойошторола. Ҡағиҙә булараҡ, шыршы баҙарҙары өсөн халыҡ күп йөрөгән урындар һайланған. Яңы йыл символын шулай уҡ ҙур сауҙа предприятиелары эргәһендәге биләмәләрҙә һәм ял көндәрендә уҙғарылған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатып алырға мөмкин.