Ул 11 кеше үлеменә килтергән ваҡиғала ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта ғәҙәттән тыш хәл буйынса Белорет район-ара тәфтиш бүлеге идаралығы тикшереү башлаған. Фажиғә бөгөн төндә Ишбулды ауылында була. Йорт яна, утта 11 кешенең ғүмере өҙөлә. Пансионаттың өс тәрбиәләнеүсеһе дауаханаға оҙатылған, тағы ике кеше ваҡытлыса йәшәү пунктында урынлаштырылған.