Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында заманса компьютер томографы эшләй башланы

Ул төбәк ҡаҙнаһы аҡсаһына һатып алынған. Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре барышында республика етәксеһе дауахана эшмәкәрлеге менән танышты. Радий Хәбиров дауахана хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһап: “Яңы кабинет - планлаштырылған эштәрҙең бер  өлөшө. Киләһе яҙ балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн башлайбыҙ. Йыл беҙҙең өсөн бик ауыр булды. Табиптарға ҙур рәхмәт. Киләсәктә барыһы ла яҡшы булырына ышанам”, - тине.

Дауаханала 222 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар эшләй. Ул 108 пациентты хеҙмәтләндерә ала, поликлиника көнөнә  520 ауырыуҙы ҡабул итә. Ошонда уҡ эпидемиологик хәлгә мониторинг үткәргән КОВИД-19 колл-үҙәк урынлашҡан.