Башҡортостанда Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе ҡорола

Торатау битләүендәге резиденция  19 декабрҙән эш башлай.  Ҡунаҡтар алдан яҙылыу буйынса ҡабул ителә. Килеүселәрҙе Яңы йыл тамашаһы, егелгән аттарҙа санала йөрөү, төрлө күңел асыу саралары көтә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән  “Торатау” геопаркының рәсми сайтында танышырға мөмкин.