Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағына киләһе йылда яҡынса 3 миллиард ярым һум бүленә

Премьер-министр Андрей Назаров бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе. Аҡса федераль бюджет һәм республика ҡаҙнаһынан алына. 2021 йылда Баймаҡ, Бөрө, Саҡмағош һәм Өфөлә яңы дауаханалар төҙөлә, 35 поликлиника ремонтлана, ауылдарҙа 61 фельдшер-акушер пункты барлыҡҡа килә. “Киләһе йылда медицина белгестәрен бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарға эшкә ҡайтарыу программаһы дауам итә. Бының өсөн 500 мең һумдан 1 миллион ярымғаса аҡсалата сертификат бирелә”, - тине Андрей Назаров. Быйыл 124 белгес “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшләй башлаған.