Беҙҙең республикала һаҡсыл етештереү алымы ҡулланыла. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты үтәлеше менән таныштырҙы. Быйыл унда 77 ойошманы йәлеп итеү планы ҡуйылған. Әле исемлеккә 101 компания индерелгән. Проектҡа ҡушылған ойошмаларҙа етештереү сифаты яҡшырған, артыҡ сығым кәмегән, хеҙмәткәрҙәр ҡайтанан уҡытылған һәм белемен камиллаштыра алған.