Радий Хәбиров Баймаҡта күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау менән танышты

Быйыл ҡалала программа буйынса 16 күп фатирлы йорт подъезы тәртипкә килтерелгән. Республика Башлығы ремонт үтәлешен ҡарағандан һуң, киләһе йылда башҡа йорттарҙа подъездарҙы төҙөкләндереү өсөн 10 миллион һум бүлергә ҡушты.