Бөрйән үҙәк район дауаханаһы таҙартыу ҡоролмалары менән йыһазландырыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

2011 йылдан киҫкен торған мәсьәлә тик былтыр ғына хәл ителә. Финанс ярҙам Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан күрһәтелгән. Дөйөм проект планы яҡынса 20 миллион һум тәшкил итә.

Уның сиктәрендә 4 ҡатлы медицина учреждениеһында ике лифт эшләнә, таҙартыу ҡоролмаһы ҡуйыла. Тау башында ултырған дауахананың нигеҙе нығытылды. Киләһе йыл  биләмәгә асфальт түшәү һәм башҡа төҙөкләндереү саралары ҡаралған.

Әйткәндәй, Бөрйән районында фельдшер-акушерлыҡ пункты мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә. Йыл аҙағында Иҫке Монасип ауылындағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе йыл төбәктең Мәҡсүт ауылында «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында яңы медицина учреждениеһын төҙөү күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин.