Оло фажиғә

Республика Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында фажиғәле янғын сәбәптәрен тикшереү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Фажиғә бөгөн төндә Ишбулды ауылында була. Ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт яна, утта 11 кешенең ғүмере өҙөлә. Республика Башлығы фажиғә урынында булды. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, әле пансионаттың өс тәрбиәләнеүсеһе дауаханаға оҙатылған, тағы ике кеше ваҡытлыса йәшәү пунктында урынлаштырылған.

Ауыл халҡы янғынды күреп ҡалғас, ҡарттар йортона утты һүндерешергә йүгергән. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, пансионатта төнгө сменала эшләгән йәш ҡыҙ ут ялмап алған бинанан ҡарттарҙы берәмләп сығара башлаған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йортта ике янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, датчик 5 кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров пансионат янындағы йортта йәшәүселәргә лә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Был өй янғын ваҡытында зыян күргән. Башҡортостан Башлығы ваҡиға урынына тәүгеләрҙән булып килеп еткән янғын һүндереү дружинаһына рәхмәт белдерҙе. Әбйәлил районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Янған пансионаттың хужаһы ҡулға алынған. Ул 11 кешенең үлеменә килтергән ваҡиғала ғәйепләнә. Ҡарттар йортоноң тәүлек әйләнеһе эшләргә рөхсәте булмаған. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса Белорет район-ара тәфтиш бүлеге идаралығы тикшереү башлаған. Башҡортостан Прокуратураһы республикалағы бөтә шәхси ҡарттар йорттары һәм пансионаттарҙы янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тикшерергә ҡушты.