Өфө районы Кириллов ауылында теш табибы кабинеты эшләй башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Халыҡ урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул ителә. Заманса дауалау ҡоролмаларын һатып алыуға бағыусылар ярҙам иткән. Кабинет «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән.

Теш табибы Тамара Литвинович аҙнаның ике көнөндә Кириллов ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Ауыҙ ҡыуышлығының сәләмәтлеге тотош организмға йоғонто яһай. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарының төп сәбәбе тәү сиратта тештәрҙең торошона бәйле тип иҫкәртә табип. Шуға ла ауыл халҡы өсөн стоматология кабинеты эшләй башлауы үтә лә мөһим. Эш шарттары һәм ҡорамалдар заман талаптарына яуап бирә.

Күптәр бында эшләргә теләр ине. Урындағы хакимиәт тә мәсьәләгә битараф түгел. Даими хәл белешеп торалар. Етешмәгән ҡормалдарҙы ла теүәлләп һатып алдылар.

Тамара Литвинович, теш табибы

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһе менән Иглин районы үҙәге араһында урынлашҡан Кириллов ауылында 4 меңгә яҡын кеше төпләнгән. Быға тиклем халыҡ теш дауалар өсөн ҡала үҙәгенә йөрөргә мәжбүр булған.

Быға тиклем халыҡ Өфөнөң 21-се поликлиникаһына беркетелгәйне. Теш табибына ҡала үҙәгенә йөрөнөләр. Әле беҙҙең ФАП, 13-сө ҡала клиник дауаханаһы ҡарамағында.

Николай Келлер, Кириллов ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы

Кириллов ауылында теш табибы кабинетын асыу ҡарары урындағы халыҡ менән осрашыу барышында раҫлана. Әле стоматолог бүлмәһе аҙнаһына ике көн эшләй. Дауалау мотлаҡ медицина страховкаһы нигеҙендә башҡарыла.

Бында барлыҡ хеҙмәттәр түләүһеҙ нигеҙҙә башҡарыла. Дауалау өсөн аҡса мотлаҡ медиицина стравкалау компанияһы иҫәбенән күсерелә.

Булат Ғарифуллин, Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһы баш табибы

13-сө ҡала клиник дауаханаһы етәкселеге билдәләүенсә, Кириллов ауылындағы теш табибының халыҡты ҡабул итеү графигын киләсәктә арттырыу мөмкинлеге лә ҡарала. Барыһы ла, күрһәтелгән хеҙмәттәргә ихтыяжға бәйле буласаҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин.