Сарала эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ниәтләнгән һөнәрмәндәр тауарҙарының күргәҙмәһе ойошторолдо. Баш ҡаланан килгән белгестәр оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, «Бишбүләктең ете мөғжизәһе» тип исемләнгән проект өҫтөндә эш башланыуын иғлан итте. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Тире эшкәртеп төрлө ҡул эштәре тауарҙарын етештереүсе Александр Колпаков яҡташтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Һөнәрмән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә биҙәүес әйберҙәре, бүләк һәм башҡа аксессуарҙар менән һатыу итә башлай. Бер нисә йыл элек күңел һәм ял өсөн генә тотонған ҡул эштәре тотош ғаиләнең отошло кәсебенә әйләнә. Александр Колпаков республика һөнәрмәндәре араһында үткән «Ҙур уйын» конкурсында беренсе урын яулай.
Бишбүләк районында үткән форумда урындағы һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе үтте. Кейеҙ баҫыу, сағыу туҡымаларҙан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тегелгән кейемдәр күрһәтелде. Баш ҡаланан килгән белгестәр менән берлектә эшҡыуарлыҡты үҫтереү ысулдары ҡаралды.
Форум сиктәрендә районда эске туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе. «Бишбүләктең ете мөғжизәһе» тип аталған презентация проекты ла ошо маҡсатты күҙ уңында тота.
Айрат Моратшин, Бишбүләк районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте буйынса урынбаҫары
Районда һөнәрмәндәр форумы икенсе тапҡыр ойошторола. Был сара бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә эш башлаған оҫталарға ярҙам итеүҙе бурыс итеп ҡуя. Улар бында тәжрибә уртаҡлаша, белгес кәңәштәрен тыңлай. Район һөнәрмәндәренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Бишбүләк һөнәрмәндәре ғинуарға тиклем үҙ проекттарын әҙерләп презентация әҙерләгәс баш ҡала белгестәре уларға каталог өҫтөндә эш башларға ярҙам итәсәк. Ә инде иң отошло проекттар урындағы сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарыла башлаясаҡ.
Флорида Ким.