Ике көндә – яңы баҡса

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөлә «Вордскиллз» һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең «Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса ярыш уҙғарылды. Сарала урта махсус уҡыу йорттарынан биш команда көс һынашты. Ҡомло участкаларҙың йәшеллеккә күмелеп, заманса төҫ алыуын БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Өфө лимонарийында яңы баҡсалар төҙөлә. Икенсе көн сүкеш, бысҡы тауышы тынмай. Учреждение «Вордскиллз» чемпионатының төбәк этабын ойоштороу майҙансығы тип билдәләнгән. Бында «ландшафт дизайны» йүнәлеше буйынса ярыштар үтә. Биш команда, һәр ҡайһыһында икешәр кеше. Техник проекттың теүәл ғәмәлгә ашырылыуын, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен  федераль белгестәр күҙәтә. 

Ҡатнашыусылар эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары, декоратив үҫемлектәр һәм ылыҫлы ағас үҫентеләре менән тәьмин ителде. Уларға волонтерҙар ҙа ярҙам күрһәтте.

Ҡомло буш участкала матурлыҡ булдырыуға ике көн дауамында алтышар сәғәт бүленде. Ҡатнашыусылар һуңғы секундҡа тиклем тырышып  ер эшен башҡарҙы. Ландшафт дизайн буйынса белемдәрен күрһәтте.

 Еңеүсе команда киләһе йыл республика данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, Өфө лимонарийында тағы ла көсөргәнешле ярыш көтөлә. Был аҙнала «Вордскиллз» стандарттары буйынса мәктәп уҡыусылары көс һынаша. Шуға күрә яңы төҙөлгән баҡсалар йәнә ер менән тигеҙләнәсәк. Участкаларҙы яңы конкурсанттарға әҙерләү өсөн...

Гөлназ Хәйбуллина.