Республиканың алтын тауышы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваға 100 йәш тулған булыр ине. Йырсыны тыуған төйәге – Шишмә районы Келәш ауылында хәтергә алдылар. Сәхнә оҫтаһының ижадын хөрмәт итеүселәр, туғандары йыр сәнғәте алиһәһенең ҡәберенә сәскә гөлләмәләре һалды.

Ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле һәм йомшаҡ тембрлы халыҡ йырсыһы тамашасылар хәтерендә бөгөн дә мәңгелек йондоҙ булып ҡала. Йырҙары бөгөн дә яратып тыңлана, йырлана. Шишмәләр киләһе йыл данлыҡлы яҡташтарының юбилейына арналған саралар шәлкемен уҙғарырға ниәтләй.

Әлфинә Килдейәрова.