Өфөлә йорттар төҙөлөшө буйынса яңы нормалар әҙерләнде

Уларға ярашлы, төҙөлөргә тейешле биналар араһы ҙурыраҡ була. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларында урындар буйынса талаптар үҙгәрә. 1 мең кешегә мәктәптәрҙә - 160, балалар баҡсаһында 60 урын тура килергә тейеш. Был төҙәтмәләр проекты әлегә өйрәнелә, аныҡ  ҡарар ҡабул ителмәгән.