Ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пеня арта башлай

Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың апреленән декабренә тиклем Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һалыу тыйылғайны. Ҡануниәткә ярашлы, пеня бөтә бурыс, шул иҫәптән 2020 йыл өсөн дә һалынырға тейеш. Өҫтәмә сығымдар булмаһын өсөн бурысҡа юл ҡуймаҫҡа,  йыйылып китһә, билдәләнгән ваҡытта түләп бөтөргә кәрәк. Ауыр финанс хәлендә ҡалған граждандар өсөн бурысты һәм ағымдағы сумманы бүлеп түләү мөмкинлеге бар.