Башҡорт телен һаҡлайыҡ

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итә. Конкурстың маҡсаты - Киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһындағы контентты арттырыу, телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 Конкурс хаҡында  тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының  рәсми сайтында танышырға була.