32 йәшлек ханым супермаркеттарҙа әйберҙәрҙе кейеме аҫтында йәки сумкаһында йәшереп алып сыҡҡан, күҙәтеү камераһына эләгергә тырышмаған. Аҙаҡ уларҙы осраҡлы кешеләргә һатҡан. Ҡатын үҙ ғәйебен таныған, урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған, тип белдерәләр Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан.