Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшсе төркөм ултырышы үтте. “Хөкүмәт аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрә. Парламенттың эшсе төркөмө сауҙа нөктәләрен күҙәтеүгә ала”, - тине парламент рәйесе Константин Толкачев. Ошо көндәрҙә Өфө, Салауат һәм Нефтекамала рейдтар үткән. Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуҙы туҡтатыу өсөн саралар күрергә ҡушты.