Башҡортостан халҡы Яңы йылға “13-сө эш хаҡы”на өмөт итмәй

Head Hunter агентлығы интернет менән ҡулланыусылар фекерен белешкән. Беҙҙең республикала респонденттарҙың 7 проценты йыллыҡ премияны мотлаҡ ала, 8 процентына – “13-сө эш хаҡы”на өлөшләтә бирелә. Халыҡтың 55 проценты иһә өҫтәмә түләүҙе бөтөнләй алғандары юҡ һәм уға өмөт итмәй. Йыллыҡ премия алыусыларҙың күбеһе сеймал табыу тармағында һәм дәүләт хеҙмәтендә эшләй. Ә сауҙа өлкәһендә эшләүселәр “13-сө эш хаҡы”н алғандары юҡ.