Башҡортостандың йәш табиптары Камчаткала коронавирус менән көрәшкә ҡушыла

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһынан 11 белгес оҙайлы сәфәргә юлланды. Мобиль бригада Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үтенесе буйынса ойошторолған. Быға тиклем республика табиптары Ҡарасәй-Черкес республикаһы, Амур өлкәһе, Абхазия һәм Ҡырғыҙстанда коронавирус менән көрәшеүҙә ярҙам итте.