Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районында Ишбулды ауылында ҡарттар йортонда янғында 11 кеше һәләк булды. Рауил ауылында 63 йәшлек кеше ут ҡорбаны булған. Стәрлетамаҡ һәм Күгәрсен райондарында янғында ике ир кеше ғүмере өҙөлгән. Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында шулай уҡ ике кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.