«Башҡортостан әсәләре» коммерция булмаған автономиялы ойошма тарафынан үҙенсәлекле проект булдырылды
Ул аборттар һанын кәметеүҙе, тыуымды арттырыуҙы һәм йәштәр араһында яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре булыуынса, 2019 йылда ун меңдән ашыу бала алдырыу осрағы теркәлгән. Был аборттарҙың рәсми статистикаһы. Ғәмәлдә ул тағы ла күберәк булыуы ихтимал. Ҡатын-ҡыҙҙың әсә булыуға психологик яҡтан әҙер булмауы , никахта тормауы йәки атай кешенең бала бағырға теләмәүе аборттар артыуына төп сәбәп һанала. Башҡортостан Башлығы грантындағы проект яңғыҙ йәш әсәләр һәм финанс ауырлыҡтар менән осрашҡан күп балалы ғаиләләрҙә аңлатыу эштәре алып барыуҙы күҙ уңында тота.
Гүзәл Борханова.