Өфө ирекмәндәре аҙ тәмьин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға бүләк әҙерләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Волонтерҙар оҫтаханала иҫке велосипедтарҙы төҙәтә. Мәрхәмәтлек акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Степан Кувыкин урамы , 17-се йорт адресы буйынса урынлашҡан оҫтаханаға килтерелгән велосипед ремонттан һуң кескәйҙәргә биреләсәк. Ирекмәндәр әле 6 велосипедты йүнәтә.

Социаль проект балаларға Яңы йыл кәйефе бүләк итер тип ышанабыҙ. Әгәр ҙә велосипедтарҙы күпләп йыя алһаҡ,  балалар приютына һәм башҡа урындарға ла бүләк менән барасаҡбыҙ.

Линара Хәкимова, проект етәксеһе

Флорида Ким.