Элек был хеҙмәтте алыу өсөн янғын һүндереү частарына мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Ул ваҡытта документты әҙерләүгә бер ай талап ителһә, хәҙер уны биш көн эсендә алырға мөмкин. Хеҙмәт бушлай күрһәтелә.
Айнур Аҡсурин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан идаралығының Өфө буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге етәксеһе урынбаҫары
Был справканы алыу өсөн күп функциялы үҙәккә килеп махсус ғариза тултырырға кәрәк. Шулай уҡ шәхес таныҡлығын күрһәтеү мөһим. Документтар янып бөткән осраҡта ла ғаризалар төбәк күҙәтеү эшмәкәрлеге органдарында ҡабул ителә.
Гөлдәриә Йосопова.