Яңы йыл каникулында Башҡортостанда алкоголь һатыу сикләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республикала ҡабул ителгән ҡануни документҡа ярашлы, 3 ғинуарҙа алкоголь продукцияһын күмәртәләп һатыу тулыһынса, ә 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән  иртәнге 10-ға тиклем тыйыла.

Йәғни, телгә алынған һуңғы өс көндә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә рөхсәт ителә. Сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына ҡағылмай - кафе, ресторандарҙа был көндәрҙә алкоголь ирекле һатыла.

Гөлдәриә Йосопова.