Ул Нестеров исемендәге башҡорт художество музейында ойошторолған.
Эштәр быйыл республикала уҙған көнүҙәк ваҡиғаларға, ҡыҙыҡлы шәхестәргә, сәйәсәт, бизнес, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәренә арналған.Рәссам Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошон сатира аша һүрәтләүе менән ҙур популярлыҡ яуланы. Ул карикатуралары менән халыҡты көлдөрә лә, ә ҡайһы берәүҙәрҙе үпкәләтеп тә ҡуя.
Йыш ҡына чиновниктарҙың хаталарын төрттөрөп күрһәтергә тырыша. Яңы асылған күргәҙәмәгә ижадсы һуңғы йылда төшөрөлгән эштәрен генә һайлап алған.
Илдар Байбулатов.