Сергей Греков Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был ҡарар бөгөн Өфө ҡалаһы советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде.

Сергей Николаевичтың кандидатураһы өсөн 27 депутаттың барыһы ла ыңғай тауыш бирҙе. Яңы һайланған етәксе Ишембайҙа тыуһа ла, тормош юлы баш ҡала менән бәйле. Халыҡ һайланыусылары алдында сығыш яһап, ул Өфө ҡалаһының юбилейына бөгөндән үк әҙерләнә башлау, юлдарҙың торошо һәм халыҡ фекеренә таянып эшләү мөһимлеген билдәләне.