Башҡортостандың ҙур предприятиелары ҡарабойҙайға хаҡты төшөрөргә әҙер

Был турала Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев уҙғарған кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостанда быйыл 64 мең тоннанан ашыу ҡарабойҙай уңышы алынған. Был Алтай крайы һәм Орел өлкәһенән ҡала өсөнсө күрһәткес. Кәңәшмәлә Башҡортостандың ҙур предприятиелары вәкилдәре ярмаға хаҡты 10 процентҡа төшөрөү тураһында ҡарарға килде.