Халыҡ-ара волейбол федерацияһы Рәсәйҙә уҙасаҡ ир-егеттәр командалары араһында донъя беренселегенең логотибын билдәләне

Чемпионат матчтарын Өфө лә ҡабул итә. Логотиптың башҡарыу стиле спортсы һикереүен хәтерләтә. Символикала файҙаланылған төҫтәр турнир уҙған илдәрҙең флагтарын сағылдыра. Донъя чемпионаты биҙәлеше шулай уҡ ҡабул итеүсе ҡалалар өсөн дә айырым эшләнгән. Өфө логотибында Салауат Юлаев һәйкәле менән “Ләлә” мәсете һүрәтләнгән. Донъя чемпионаты 2022 йылда илдең ун ҡалаһында ойошторола.