Был турала инфекцияға бәйле көндәлек рәсми статистикала хәбәр ителә. Пандемия башланған көндән алып республикала ковид ҡорбандары 114-кә етте. Уҙған тәүлектә йәнә 156 кешелә коронавирус асыҡланды, Башҡортостанда барлығы 16 мең 785 осраҡта ковид диагнозы раҫланды.
Стационарҙарҙа әле 840 пациент. Уларҙы 61-е ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 15 сирле. Амбулатор шарттарҙа 2 мең 367 кеше дауалана. Һуңғы тәүлектә 92 пациент һауыҡҡан. Табиптар коронавирустан һаҡланыу юлдары тураһында ла иҫкәртә. Битлек тәртибен үтәү, ҡулдарҙы даими йыүыу һәм социаль дистанция һаҡлау талап ителә.
Рафиҡ Әхмәтшин.